+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Приют хеҙмәткәре балаларҙы ҡыйырһытҡаны өсөн яуап бирәсәк

Өфө приюттарының береһендә булған хәл тураһында ишеткәнһегеҙҙер. Бер йәш хеҙмәткәр балаларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡотортоп, улар алдында һүгенеп, кәмһетеп видеоға төшөргән дә социаль селтәргә һалған. Рәсәй Президенты янындағы бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Анна Кузнецова ла ваҡиғаны күҙәтеү аҫтына алған. "Ундай "кандидатуралар" нисек балалар учреждениеһына барып эләгә ул? Ни өсөн документация менән эшләүсе хеҙмәткәр ҡанунды тупаҫ боҙоп, балаларҙы видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һала? Тәрбиәләнеүселәрҙең психикаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Был хеҙмәткәр ҡайҙа эшкә килгәнен дә аңламай, инструкция үтмәгән, тәртипте белмәй, кем быға юл ҡуйған?" - тип белдергән ул.

Республикала был ваҡиғаны тикшереү буйынса махсус төркөм булдырылған. Ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асылған. Бынан һуң балалар учреждениеларына эшкә алғанда талаптар үҙгәрер инде.
Читайте нас: