-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Битлекһеҙ өйҙә генә йөрөргә мөмкин

12 майҙан үҙизоляция режимы бер аҙ йомшартылғас, ҡайһы берҙәребеҙ артыҡ иркенәйеп китте түгелме? Урамда битлек кеймәй йөрөгәндәр байтаҡ. Ә бит был турала ҡанун сыҡты һәм уны боҙоу осраҡтарын тикшереп торалар.

Хәҙер битлекһеҙ өйҙә генә йөрөргә мөмкин. Магазинда,транспортта, бүтән йәмәғәт урындарында бирсәткә лә кейеү мотлаҡ. Ҡанунды боҙоусыларға штраф күләме ҙур ғына. Битлек режимы - өйҙә ултырыу кеүек үк коронавирустың таралыуына юл ҡуймау сараһы, ул пандемия ваҡытында бөтә илдәрҙә лә индерелә. Битлектәрҙе ҡасан сисербеҙ инде, әлегә был турала әйтеүе ҡыйын.
Читайте нас