+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иң шәп атайҙарға "Аталыҡ даны" миҙалы тапшырыласаҡ.

Атайҙар көнөндә, йәғни 24 июндә. Был награда Республика Йәмәғәт палатаһы тарафынан атайҙар өсөн быйыл ғына булдырылған. Миҙалға дәғүә итеүселәр араһында Өфөнән 23 бала тәрбиәләгән Валерий Семенов та бар.

Уларҙың өсәүһе үҙҙәренеке, ҡалған 20-һен тәрбиәгә алғандар. Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаилә башлығы балаларҙың ижади һәләттәрен асыуға, әхлаҡи һәм рухи яҡтан үҫтереүгә, уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Семеновтар "Иң яҡшы патронат ғаилә - 2009" республика, "Рәсәй ғаиләһе - 2012" конкурстары еңеүсеһе. 2018 йылда "Ата-әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булғандар.
Яңы наградаға лайыҡ атайҙар беҙҙең республикала күп, әлбиттә. Тиҙҙән быйыл бүләкләнәсәк атайҙарҙың тулы исемлеге билдәле булыр һәм һеҙҙе улар менән танышырбыҙ, дуҫтар.
Читайте нас: