+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы дауахана май аҙағына асыласаҡ

Өфө районы Зубово ауылы эргәһендөге яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы июнь аҙағына төҙөлөп бөтөргә тейеш ине.

Ул бер ай алда, майҙа тапшырыласаҡ. Үҙәктең майҙаны 16 мең квадрат метр, 100 палатанан тора, 460 ауырыуҙы ҡабул итә ала. Эргәһендә медицина хеҙмәткәркәре өсөн ятаҡ та бар. Дауахана ҡурай фромаһында төҙөлгән. Проекттың архитекторы Андрей Стариков был турала: "Беҙ "дауалаусы архитектура" концепцияһын тормошҡа ашырырға тырыштыҡ. Бында килеп эләккән пациенттарҙың стресс кимәлен кәметеп, нәҡ ошонда уларға ярҙам итә аласаҡтарын, бында медицинаның әлеге ваҡытҡа иң һуңғы ҡаҙаныштары урын алыуын күрһәтергә уйланыҡ", - тип белдергән.
Читайте нас: