+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

1 июндә икенсе этап башланырға тейеш

Коронавирус пандемияһы ваҡытында иғлан ителгән юғары әҙерлек режимынан сығыуҙың икенсе этабы 1 июндән башланырға мөмкин. Был турала ирекмәндәр менән онлайн-осрашыу ваҡытында республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр иткән.

Тәүге этап 12 майҙан башланғайны. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте кәңәштәре буйынса үҙизоляциянан сығыуҙың икенсе этабында ҡайһы бер ҙурыраҡ сауҙа үҙәктәрен, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын асырға мөмкин. Өсөнсө этапта инде бөтә сауҙа үҙәктәре, дөйөм туҡланыу урындары, ҡунаҡханалар эшләй башларға тейеш.
Читайте нас: