Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә кәмей башланы

Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны яҡынса 90-ға арта бара. 20 майға ҡарата оператив мәғлүмәттәр буйынса хәҙер республикала 2 мең 335 коронавирус осрағы теркәлгән.

Һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат булған. Ул Бәләбәй районынан шәкәр диабеты менән сирләгән 56 йәшлек ҡатын, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, барлығы19 үлем осрағы теркәлде, ә 714 кеше һауығып сыҡҡан.
Төбәктәрҙә сирҙең күбәйеүе күҙәтелә, ә дөйөм алғанда Рәсәйҙә коронавирус йоҡтороусылар кәмей башланы.
Читайте нас: