Кисә онлайн осрашыу барышында Башҡортсотан Башлығы Радий Хәбиров республика ирекмәндәре ойошмаларына тиҙҙән айырым бина биреләсәге тураһында белдерҙе. Был үҙәктә "Лиза Алерт", "Йәшел патруль", Рәсәй студенттар отрядтары һәм башҡалар бергә урынлашасаҡ.
Шулай уҡ республикала август йә сентябрҙә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн ирекмәндәрҙең "Евразия форумы"н үткәреү планлаштырыла. Шулай итеп, дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүҙә, тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән ирекмәндәрҙең үҙҙәренә ҡарата ла иғтибар, ярҙам арта.