Яңы кино Никита Михалковтың Кино һәм театр сәнғәте академияһы тарафынан Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы эгидаһы аҫтында Башҡортостандың күркәм урындарында төшөрөләсәк. Продюсер Алина Шакирова белдереүенсә, был ижади эштә Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ла ҡатнашасаҡ.