"Бәләкәй йөҙәткес малай яңы атай-әсәй эҙләй. Алдашырға, урларға, этләшергә ярата", - тип яҙылған унда. Фотола - 5-6 йәшлек малай. Улымды бәхетле итеүсе кешегә уны бушлай бирәм, тигән...
Әле Санкт-Петербургтың тикшереү комитеты был факт буйынса тикшереү эшен башлаған. Иғлан интернеттан алынған да инде. Ярай, яҙыуын яҙғандар, был, бәлки, уҫал шаяртыуҙыр ҙа, балаларынан ысынлап баш тартырға уйлауҙарына бер ҙә генә ышанғы килмәй, шул белдереүҙе сайтҡа ҡуйыуҙарын әйт әле!