+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Арғымаҡ"тар тағы еңеүсе!

"Арғымаҡ" этно-төркөмө "Көмөш селтәр" II Халыҡ-ара халыҡ вокалы конкурсында Гран-при яулаған.

Төркөм башҡарыуындағы "Байыҡ" халыҡ йыры эксперт комиссияһына бик оҡшаған. Аранжировка ла, башҡарыу оҫталығы ла тәьҫирләндергән. Билдәле, конкурс онлайн форматта ойошторолған. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, "Арғымаҡ" тағы "Таврида" арт-кластер конкурсында ҡатнашасаҡ. Иң популяр видеороликтар "Таврида"нан субсидия аласаҡ. Былтыр ҙа төркөм 2 миллионлыҡ грантҡа эйә булғайны.
Читайте нас: