+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында "маугли" бала табылған

Бығаса нисек был хәлде бер кем дә күрмәгән дә, һиҙмәгән дә икән. Кешеләр бер-береһенә шул тиклем битарафмы?

Ете йәшлек малайҙың әсәһе эскесе була. Ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән дә, балаһын да ҡарамаған, тәрбиәләмәгән. Йәшәгән фатирҙарында шарттар - хатта ут һәм газ да юҡ, бысраҡлыҡ. Ете йәш булыуға ҡарамаҫтан, малай һөйләшә белмәй, айырым өндәр генә сығара. Ҡулы менән ашай, үҙе кейенә алмай. Уны приютҡа урынлаштыралар. Ә ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Төҙәләм, тип әйтеп ҡараһа ла, суд шундай ҡарар сығара. Нишләп был турала тейешле органдар алданыраҡ белмәгәндер...
Читайте нас: