+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дим районында - яңы балалар баҡсаһы

Дим районында 260 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер.

Унда 12 төркөм эшләйәсәк, икәүһе - ясли. Учреждениела бәләкәстәрҙең дөрөҫ үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Музыка, спорт залдары, иркен уйын бүлмәләре, хатта заманса йыһазландырылған фәнни цифрлы тәжрибә лабораторияһы бар. Унда химик, физик, биологик процестарҙы өйрәнергә мөмкин. Һүрәт төшөрөү студияһы ла эшләйәсәк.
Май аҙағына Өфөнөң Совет районында тағы бер балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк. Быларҙан тыш баш ҡалала 4 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлөүен дауам итә: уларҙың икеһе - Октябрь, икеһе Дим райондарында.
Читайте нас: