Музей комплексы тыштан - урындағы Урал тауҙарын, ә ишеге тулыһынса ысын мәмерйәгә инеү урынын хәтерләтәсәк. Бында төрлө саралар үткәреү өсөн 500 урынлыҡ амфитеатр ҙа буласаҡ. Шулай уҡ заманса экспонаттар өсөн зал да ҡаралған.
Коронавирус та был мөһим объектты төҙөүҙе тотҡарлай алмаған. Бөтә донъяла хәлдәр ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, төҙөлөш дауам итә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә, музей йыл аҙағына төҙөлөп бөтәсәк, тип хәбәр итте.