+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Путин Еңеү парады үтәсәк көндө билдәләгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә һәм бүтән ҡалаларҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парадҡа әҙерләнергә ҡушҡан.

"Беҙ уны 24 июндә, 1945 йылда еңеүселәрҙең легендар, тарихи парады үткән, Мәскәү, Ленинград, Волгоград өсөн алышҡан, Европаны азат иткән, Берлинды штурм менән алған һалдаттарҙың Ҡыҙыл майҙан буйлап парадта үткән көнөндә уҙғарасаҡбыҙ",- тип белдергән ул. Оборона министры Шайгуға ҡатнашыусыларҙың һаулығына хәүеф янамауын тәьмин итергә ҡушҡан.
Ә "Үлемһеҙ полк" маршын 26 июлдә, Хәрби диңгеҙ флоты көнөндә уҙғарырға планлаштыралар. Әммә белгестәр кәңәше буйынса был сара һуңғараҡ күсерелеүе лә ихтимал.
Читайте нас: