-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бесәйҙәр ҙә коронавирус менән ауырый

18 майҙа Рәсәйҙә бер бесәйҙә коронавирус табылғайны. "Уларҙа коронавирус электән бар. Беҙ уны "грипп" тибеҙ", - ти Мәскәүҙәге бесәйҙәр театры етәксеһе Юрий Куклачев.

Уның әйтеүенсә, әгәр бесәй сирләй икән, башҡа мыяуҡайҙарҙан айырырға, яңғыҙын ҡалдырырға кәрәк, сөнки икенсе бесәйгә ауырыу йоҡтороуы бар. Ә кешегә бер ҡурҡынысы ла юҡ.
Шуға ла Куклачев паникаға бирелмәҫкә, бесәйҙәрҙән вирусҡа анализ алып ыҙалатмаҫҡа саҡыра.
Ә бына театрға урамдан бесәй алғанда, уны ике айға карантинға ябалар икән. Анализ алалар, бесәйҙәрҙә хатта СПИД, аҙ ҡанлылыҡ та табыла.
Читайте нас: