+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тағы кемгә планшет кәрәк?

"Өйҙә уҡырға ярҙам ит" акцияһы дауам итә.

Мәғариф министрлығы, Стратегик инициативалар агентлығы һәм "Берҙәм Рәсәй" партияһы "Өйҙә уҡырға ярҙам ит" акцияһын яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем дауам итергә уйлай. Шулай итеп, дистанцион уҡыу өсөн кәрәкле техника йәй буйы тапшырыласаҡ. Ошоғаса ил буйынса бөтәһе 500 меңдән ашыу уҡыусы һәм педагог компьютерлы, ноутбуклы йәки планшетлы булған. "Мохтажлыҡ бар әле, шуға ла акция дауам ителәсәк", - ти ойоштороусылар.
Читайте нас: