Башҡортостанда Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе дүрт банк: Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, «ФК Открытие» һәм Россельхозбанк менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Уның нигеҙендә Пенсия фондына мөрәжәғәт итеп тормай, банк менән генә эш итергә мөмкин. Банктар ғаризаларҙы һәм кәрәкле документтарҙы Рәсәй Пенсия фонды бүлексәләренә электрон формала еткерә. Ә был әсәлек капиталын тотоноуҙы тиҙләтә.