Лариса Абдуллина Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң журналистика өлкәһендә эшләй башлай. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премиялары лауреаты. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан 7 китап авторы.