+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Автобусҡа аҡсаң ҡалманымы?

Туҡталыш. Водитель сигналға баҫты, кемделер әрләп, газелдән төшөп йүгерҙе хатта. Баҡһаң, бер малай түләмәйенсә сыҡҡан икән. Ул ҡасып өлгөргәйне инде.

Водитель 25 һум аҡса өсөн шул тиклем үк ҡыланмаһа ла булыр ине лә бит. Шуның менән генә ярлыланып китмәҫ ине әле. Пассажир ингәндә үк аҡсаһы юҡлығын әйтһә, водитель бушлай алып барырға ҡаршы булмаҫ ине, моғайын. Кем белә, бәлки, ул малай гелән шулай түләмәй йөрөп аптыраталыр.
Йәмәғәт транспорты водителе һәм кондукторҙар араһында бындай хәлдәр булып тора. Аҡсаһы булмаһа, туҡталышмы-юҡмы икәнен ҡарап тормай, ҡыуып та сығаралар. Юл хаҡын түләргә кәрәк, уларҙы ла конролерҙар тикшерә, билетһыҙ йөрөткәндәре өсөн үҙҙәренә эләгергә мөмкин. Әммә тормошта төрлөсә килеп сыға: атай-әсәй юлға тип биргән аҡсаны баланың юғалтыуы йәки тотоноп бөтөүе ихтимал. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: бынан ары 16 йәшкә тиклемгеләрҙе аҡсалары булмаған осраҡта йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырырға ярамай. Был туралағы ҡанунды Дәүләт думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа хуплаған. Балалар автобуста үҙҙәре генә булып, билет алырға аҡсалары юҡ икән, уларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып төшөрөп ҡалдырыу тыйыла. Әлбиттә, был билет алмайынса йөрөргә ярай тигәнде аңлатмай, тик ҡыйын хәлдә ҡалғандарға кешелеклерәк булырға кәрәклеген иҫкәртә.
Читайте нас: