+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Балалар музыка мәктәбе 4 миллионға яҡын аҡсалата ярҙам алды

Күмертауҙағы балалар музыка мәктәбе уйын ҡоралдарын һәм хәҙерге заман ҡоролмаларын яңыртыусы учреждениелар исемлегенә инде. Рәсәй буйынса ундай мәктәптәр һаны – 1 мең 700.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә балалар музыка мәктәбенә 4 миллионға яҡын аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Был суммаға 24 төрлө ҡоролма алынды, шул иҫәптән рояль, акустик һәм һанлы пианино, башҡа музыка ҡоралдары, ноталы әҙәбиәт һәм концерт залы өсөн ҡоролма.
Әйткәндәй, концерт залдары видео-проекция һәм тауыш ҡоролмалары менән тулыһынса йыһазландырылды. Музыка мәктәбенең китапханаһын һәм музыка ҡоралдарын яңыртыу һаман да дауам итә. Был уҡыу йортонда балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған.



Читайте нас: