Республика Башлығы шулай уҡ мәҙәниәт учреждениеларын асыу ваҡытын билдәләү һәм саралар үткәреү тураһында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованан тәҡдимдәр көтөүен әйткән. Коронавирус менән бәйле хәлгә ҡарап һәм Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте кәңәштәренә ҡолаҡ һалып, бәлки, киләһе дүшәмбелә кәңәшмәне оффлайн үткәрербеҙ, тигән теләген дә белдергән.
Шулай ҙа артыҡ тынысланып китергә иртәрәк әле. Коронавирус йоҡтороусылар һаны әле һаман арта бара. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала һуңғы тәүлектә 53 яңы осраҡ теркәлгән. Башҡортостанда сирләүселәр һаны 5 меңгә етеп килә. Әле дауаханаларҙа 782 кеше ята, уларҙың 35-е ауыр хәлдә.