300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан форумда урбанистика мәсьәләләре ҡарала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: урбанистика - ул ҡалалар үҫешенә бәйле фән. Коронавирус пандемияһы һүрелеп килгән осорҙа үткән тәүге халыҡ-ара форумда Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә спикерҙар - ҡала мэрҙары, күренекле архитекторҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Тағы 300-ҙән ашыу кеше сараға онлайн режимда ҡушыла.
Форумда туризм һәм ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса биш килешеү төҙөләсәк. Көтөлмәгән коронавирус пандемияһынан һуң ҡалаларҙа халыҡҡа йәшәүе уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын, экологияны һаҡлау өсөн нимәләр эшләргә мөмкин - ошондайыраҡ мәсьәләләр ҙә ҡарала.