+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Был йәйҙә лагерҙар асылмаясаҡ

Кисә республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев матбуғат сараларының баш мөхәррирҙәре менән онлайн-кәңәшмә ваҡытында шулай тине.

Республикала көн һайын коронавирус менән ауырыусылар һаны арта, ә алда - 1 сентябрь. Беҙ балаларҙың һаулығын ҡайғыртып, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптары буйынса өсәр, дүртәр сменалап уҡытырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Сентябргә мөмкин тиклем әҙерәк ауырыуҙар менән сығыр өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк. Шуға ла быйыл балалар лагерҙарын бөтөнләй асмаҫҡа хәл ителде. Миҫал өсөн, күрше төбәкте алырға мөмкин. Унда лагерҙарҙы асҡайнылар, коронавирус көсәйҙе. Лагерҙың обсерваторға әйләнеп, ике аҙналыҡ карантинға китеүен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Беҙ былай булыуын теләмәйбеҙ" - тип белдерҙе ул.
Бына шундай хәлдәр. Кемдәр алдан юлламалар һатып алған, аҡсаларын кире ҡайтаралар, уныһы өсөн борсолмағыҙ. Ә бына лагерға "онлайн" ғына барырға тура килә инде. Белеүегеҙсә, лагерҙар пандемия арҡаһында сикләүҙәрҙән сығыуҙың 3-сө этабында ғына асылырға тейеш, ә беҙҙең республика әле бынан йыраҡ.
Читайте нас: