+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сит илдәргә самолеттар оса башлай

Март аҙағында пандемия арҡаһында халыҡ-ара авиаосош туҡтатылғайны. 1 августан самолеттар оса башлай.

Иң беренсе Төркия, Бөйөк Британия, Танзанияға Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростовтан рейстар тергеҙелә. Әйткәндәй, Төркиәнең Стамбул һәм Анкара ҡалаларына - 1 августан, Анталья, Бодрум, Даламанға 10 августан самолет оса башлай. Вице-Премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, сит ил граждандарына Рәсәйгә осоу өсөн өс көн эсендә коронавирусҡа тест тапшырып, һөҙөмтәләре кире булырға тейеш. Беҙҙең ил кешеләре ҡайтҡас, өс көн эсендә тест тапшырып, һөҙөмтәһен Дәүләт хеҙмәттәре порталына ҡуйырға тейеш. Бөйөк Британияға барыусыларға ике аҙналыҡ карантинда булырға тура киләсәк.
Тағы бер нисә ил менән рейстарҙы тергеҙеү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Фото: интенеттан.
Читайте нас: