+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Коронавирус белемһеҙ ҡалдырырмы?

1 сентябрҙә балалар мәктәпкә уҡырға бара алырмы, тип борсолабыҙ. Ә бына донъяла коронавирус пандемияһынан һуң 10 миллионға яҡын ҡыҙ һәм малайҙың бөтөнләй белем ала алмауы ихтимал.

Был турала Save the Children халыҡ-ара хәйриә ойошмаһы белдерә. Сәбәбе – ярлылыҡтың артыуы һәм коронавирус арҡаһында мәғарифҡа ҡаҙнанан әҙерәк аҡса бүленеүе. 40 илдә балаларҙың уҡыуҙы ташлап, бәләкәй генә эш хаҡына эшкә урынлашырға мәжбүр булыуы бар. Бигерәк тә Африка, Йәмән, Афғанстанда хәлдәр ауыр.
ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус пандемияһы арҡаһында мәктәптәр ябылыуы 1 миллиард уҡыусыға ҡағылған. Уларҙың 500 миллионының дистанцион рәүештә уҡыу мөмкинлеге юҡ. Ә атай-әсәйҙәре, үҙҙәренең белеме булмағанлыҡтан, балаларына ярҙам итә алмай.
Save the Children хәйриә ойошмаһы Лондонда урынлашҡан. Ул бөтә планета балаларына аҙыҡ-түлек, торлаҡ алыу, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, хоҡуҡ яҡлау өлкәһендә ярҙам итә. Коронавирус пандемияһы айҡанлы ул үҙҙәренең хәйриә ойошмаһын финанслаусы эре коммерция компанияларын һәм башҡаларҙы мәғарифҡа иғтибарҙы арттырырға саҡыра.
Фото: kg.utro.news
Читайте нас: