+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Айыҡ ауыл-2020" башланды

Август башынан "Айыҡ ауыл" конкурсының тәүге этабы башланды. Быйыл унда ҡатнашырға теләүселәр бик күп икән.

1 мең 500 ғариза ҡабул ителгән дә инде. "Конкурстың тәүге этабына бөтә муниципаль райондар ҡушылды. Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бар ауылдары ла ҡатнаша. Баймаҡ районы биләмәһендә урынлашҡан 89 ауылдың бөтәһе лә, Бөрйән районындағы 34 ауылдың, шулай уҡ, бөтәһе лә конкурсҡа заявка бирҙе. Уларҙан тыш, Асҡын, Әлшәй, Тәтешле, Шаран, Илеш, Нуриман, Дыуан, Ғафури, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Ҡыйғы райондары ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был райондарҙағы ауылдарҙың 60 проценты конкурста ҡатнашырға теләй", - тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында.
Тәүге этап 30 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Ә икенсе этапта райондарҙа еңеп сыҡҡан ауылдар ҡатнашасаҡ. Ул 2020 йылдың 1 декабренән 2021 йылдың 25 мартына тиклем барасаҡ. Ауылдар халыҡ һанына ҡарап 4 категорияға бүленәсәк, һәр береһендә айырым еңеүселәр билдәләнәсәк.
"Айыҡ ауыл" конкурсының маҡсаты - халыҡты айыҡ тормошҡа өндәү. Бәйге барышында ойошторолған саралар эскелек менән мауыҡҡан, йәшереп араҡы һатҡан кешеләргә йоғонто яһамай ҡалмаҫ, моғайын.
Читайте нас: