Уның буйынса тәүге 15 тренер билдәләнгән дә инде. Спорт көрәше, көрәш, уҡтан атыу, бокс, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, карате буйынса тренерҙар Архангел, Өфө, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас райондары ауылдарына эшкә бара. Һәйбәт бит! 600 мең һумлыҡ сертификатты йорт төҙөүгә тотонорға мөмкин.
Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, программа әлегә алдағы 3 йылға, 250 тренерға иҫәпләнгән. Был башланғыс менән Рәсәйҙең бүтән төбәктәре лә ҡыҙыҡһыныуҙарын белдергән.