+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Сентябрь 2020, 16:59

Арыҫландың сираттағы еңеүе

Cевастополдә XXIX халыҡ-ара «Алтын Витязь» кинофорумы үтте. Тамашасыларға 21 илдән 200-гә яҡын фильм күрһәтелде. Улар араһында Александр Галибиндың «Һеңлекәш» картинаһы ла бар ине. Төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсурин фестивалдең ҡунағы булып, уны асыу тантанаһында ла сығыш яһаны.

Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиянмын» шиғырын да һөйләп ишеттерҙе, социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барҙыҡ. Ә «Һеңлекәш»те күрһәтер алдынан Арыҫлан үҙенең нисек кастинг үтеүе, тәүге ролен нисек башҡарыуы тураһында һөйләне. Ҙур сәхнәлә үҙен шундай ышаныслы тота, өлкәндәрсә фекер йөрөтә. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте, һөйөүен яуланы, тамашасылары тағы ла артты. «Алтын Витязь» кинофорумының Президенты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Бурляев кинофестивалдең йәш кенә таланттарҙы асыуы тураһында ла белдереп: «Башҡортостандан, Өфөнән Арыҫлан Ҡырымсурин. Бына мин экрандан ҡарайым да уйлайым, һиңә ни бары 6 ғына йәш, ә үҙең ниндәй профессионал», – тиеүе, әлбиттә, йәш актёр өсөн бик ҙур баһа. Һоҡландыра, ҡыуандыра, республиканың данын арттыра, маладис, күҙ теймәһен инде Арыҫланға!
«Һеңлекәш» фильмына ҙур фестивалдә «Көмөш Витязь» бүләге тапшырылды. Арыҫлан «Иң яҡшы балалар роле» дипломына лайыҡ булды. Йәш актёрҙы сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Фото: Гүзәл Ҡырымсурина.
Читайте нас: