+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Сентябрь 2020, 16:59

"Ел йыры" фильмы Рәсәй мәктәптәрендә күрһәтеләсәк

Ул "Рәсәй мәктәптәрендә - кинодәрестәр" проекты буйынса үткән уҡыу йылында Башҡортостанда Өфө уҡыусылары йыйған иҫке ҡағыҙҙан килгән аҡсаға төшөрөлгән, төп ролдәрҙе лә балалар үҙҙәре башҡара. Проекттың тағы бер үҙенсәлеге - фильм кешеләрҙәге матур сифаттарҙың береһенә арнала һәм тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

Фильмдың премьераһы 26 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә "Родина" кинотеатрында буласаҡ. Унда картинала ҡатнашҡан уҡыусылар ҙа саҡырыласаҡ, ойоштороусылар ҙа киләсәк. "Рәсәй мәктәптәрендә - кинодәрестәр" проектының етәксеһе Виктор Меркулов һәм режиссёр, сценарист Елена Дубровскаяның маҡсаты Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында 100 фильм төшөрөү, уҡыусылар уларҙы мәктәп йылдарында ҡарап бөтөргә тейеш була. Ошоғаса илдең 11 төбәгендә акция үткәрелгән.
Башҡортостанда төшөрөлгән фильмды ла Рәсәй уҡыусылары яратып ҡабул итер, халҡыбыҙ тарихы, республикабыҙҙың матур урындары менән танышыр. Милли музыка ҡоралыбыҙ- ҡурай моңоноң ниндәй сихри көскә эйә икәнен белер.
Читайте нас: