+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Сентябрь 2020, 14:13

Салют ике урында буласаҡ

11 октябрь - Республика көнө быйыл йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә ул 12 октябргә күсерелеп, өс көн ял итәсәкбеҙ.

Байрамда бөтә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, төрлө майҙансыҡтарҙа мәҙәни саралар ойоштороласаҡ. Сәнғәт оҫталары ҡатнашлығындағы ҙур концерт Урыҫ драма театры алдындағы майҙанда киске сәғәт 6-ла башлана һәм төнгө 11-ҙә салют менән тамамланасаҡ.
Шулай уҡ "Торатау" конгресс-холы янындағы "Ватан" паркында ла Рәсәй һәм республика йырсылары ҡатнашлығында байрам концерты ойошторола. Икенсе салют та ошонда буласаҡ.
Читайте нас: