+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Сентябрь 2020, 17:01

Самолётта бушлай осҡоң киләме?

Булмаҫ шул, бының өсөн самолётта тыуырға кәрәк ине. Ә бына Йәмәндән Хийям Наср Наджи Даабан исемле ҡатындың яңы тыуған ҡыҙы ғүмере буйына самолётта бушлай йөрөү хоҡуғын алған.

Сөнки ул бер нисә көн элек кенә самолётта донъяға килгән. Ҡаһирәнән Лондонға осҡанда яҡты донъяға тыуған. Ярай әле пассажирҙар араһында табип та булған, ул ярҙам иткән.
Аҙаҡтан авиакомпания Твиттерҙа, үҙенең бортында тыуған был бала ғүмер буйы EgyptAir рейстарында бушлай осоу өсөн авиабилет аласаҡ, тип яҙған. Ярай, иҫән-һау үҫһен, авиабилетының файҙаһын күрһен, шулай бит?!
Фото: интернеттан.
Читайте нас: