-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
2 Октябрь 2020, 11:06

13 йәшендә фәнни үҙәк асҡан!

Ярославлдән 13 йәшлек Илья Раевский туғыҙынсы синыфты тиҫтерҙәренән ике йыл алда "бишле"гә генә тамамлап, үҙенең фәнни үҙәген асҡан.

Ул "Балалар фәнни үҙәге" тип атала. Сайты ла бар. "Ҡасандыр иң ҡиммәте булып - нефть, ҡасандыр алтын һаналған. Хәҙер беҙ иң ҡиммәтле ресурс белем икәнен аңлайбыҙ", - тип яҙылған унда.
Илья дүрт йәшендә уҡырға өйрәнгәс, әкиәт китаптарын, уйынсыҡтарҙы ситкә ҡуйып, "Ҡыҙыҡлы химия"ны ҡулына ала. Шуны уҡый, айырылмай, йоҡлағанда хатта мендәре аҫтына һалып ята. Тәүге тәжрибәләрен балконда эшләй.
Вундеркинд һигеҙ йәшендә ил етәксеһе Владимир Путинға: "Ни өсөн һәләтле балалар йәштәре етмәү сәбәпле, "Сириус" кеүек үҙәктәргә алынмай?" - тигән һорау биргәйне. Хәҙер Илья бер нисә фәнни үҙәктә белемен арттырған. Телетапшырыуҙарҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡан, әллә күпме еңеүҙәре бар.
Экстерн менән IX синыфты ике йыл алдан тамамлағас, артабан өйҙә белем алыу формаһын һайлап, үҙенең фәнни үҙәген аса. Әлегә ул әсәһенең исемендә. 13 йәшлек уҡытыусы дәрестәрендә химия, физика серҙәрен, робот төҙөлөшөн, 3D моделләштереүҙе, программалаштырыуҙы өйрәтә. Кескәйҙәр ҙә, хатта оло йәштәгеләр ҙә йөрөй. Бөтәһе 50-ләп кеше. Уҡытыусы Илья бер кабинеттан икенсеһенә гироскутерҙа бара. Тәнәфестәре лә файҙа менән үтә, теләүселәрҙе гироскутерҙа йөрөргә өйрәтәләр.
- Киләсәктә шундай технологиялар буласаҡ, улар ярҙамында кешеләр меңәр километр йыраҡлыҡта йәшәгән дуҫтары менән дә юл йөрөмәйенсә ысынбарлыҡтағы кеүек осраша аласаҡ. Интернет аша ҡунаҡҡа йөрөргә мөмкин буласаҡ, пультҡа баҫтың, дуҫың яныңда ултыра, галограмма сифатында. Ҡасан да булһа кешеләр ошо технологияны ҡулланасаҡ, - ти йәш ғалим. Вәт, әй...
Илья музыка тыңларға ярата, гитарала уйнарға өйрәнә. Тиҫтерҙәренән ваҡытын файҙалы, маҡсатына ярашлы уҙғарыуы менән айырылып тора. Мәктәпте тамамлағас, университетта уҡырға уйлай. "Сколково" инновацион үҙәгендә эшләргә теләй.
Һүрәттә: Илья ғалимдар бүләк иткән роботы менән. Бәйләнештә селтәренән.
Читайте нас: