+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Октябрь 2020, 17:13

Өс көндән каникул башлана

Коронавирус тағы көсәйеп китте. Шул сәбәпле Башҡортотсанда уҡыусыларҙың көҙгө каникулын иртәрәк башларға хәл ителде.

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров балаларҙың каникулы 17 октябрҙән башланып, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш, тип белдерҙе. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 983 уҡыусы киҫкен вируслы респиратор ауырыу менән сирләгән, мәктәп йәшендәге 200 балаға коронавирус диагнозы ҡуйылған. Шулай уҡ 150-нән ашыу педагогта сovid-19 асыҡланған. 4 мең 800 уҡыусы - сирлеләр менән бәйләнештә булараҡ карантинда.
Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны арта: һуңғы тәүлектә 58-гә еткән.
Фото: яндекс.
Читайте нас: