+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
21 Октябрь 2020, 19:18

Шайморатов генералға һәйкәл ниндәй булыр?

112-cе Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, легендар генерал, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәйкәлдең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был мөһим сараны Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы ойоштора.

Буласаҡ һәйкәлдең бейеклеге - 4,6 метр, ә постаментыныҡы 4 метр буласаҡ, тип билдәләнгән. Бик мөһабәт, матур булмаҡсы. Урыны итеп тә юҡҡа ғына Совет майҙаны һайланмаған: тарихи мәғлүмәттәр башҡорт дивизияһы яугирҙарының фронтҡа тап ошо урындан китеүен дәлилләй. Фотоларҙан күренеүенсә, командир үҙе лә шул ерҙә сығыш яһаған.
Конкурста профессиональ скульпторҙар айырым йәки коллектив менән ҡатнаша ала. Улар һәйкәлдең 40 cантиметрҙан да бәләкәй булмаған өс үлсәмдәге проект моделен тәҡдим итергә тейеш.
Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм материалдарҙы "Торатау" конгресс-холына, директорҙың ҡабул итеү бүлмәһенә эш көндәрендә 9-ҙан киске 6-ға тиклем тапшырырға кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы,2. Бәйләнеш өсөн телефон - 8 (347) 276 55 00, Гөлдәр Илһам ҡыҙы Сабитоваға мөрәжәғәт итергә.
Конкурс эштәре 2020 йылдың 20 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы махсус комиссия тикшерәсәк.
Читайте нас: