+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Октябрь 2020, 16:28

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте тарихты барлай

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте 1989 йылдан йәмәғәт башланғысында эшләп килһә, былтыр рәсми формалаштырылған берҙәм республика йәмәғәт ойошмаһына берләште. Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев уның рәйесе итеп һайланды.

Декабрҙә тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең республика форумын үткәреү ҡаралған. Шуға тиклем төбәктәрҙә фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола. Уларҙың береһе "Ыҡ буйы башҡорттары. Тарихы һәм бөгөнгөһө" тип аталды. Унда Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Милли архивы, Башҡортостан энциклопедияһы, Баҡалы, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондарының музей хеҙмәткәрҙәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәре ҡатнашты.
Тыуған яҡтары, ауылдары тарихын өйрәнеүселәр һис шикһеҙ республика тарихын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. Конференцияла ҡатнашыусылар Ыҡ буйы башҡорттары йәшәгән ауылдарҙа үҙҙәренең йәшәгән ере, танылған шәхестәре тураһында тарихи мәғлүмәттәр туплап, стендтар сығарырға тәҡдим итте. Башҡортостан энциклопедияһы райондарҙың энциклопедияларын төҙөү тураһында һөйләп, Шаран, Благовар, Йәрмәкәй райондарына ла тыуған яҡты өйрәнеү буйынса китап сығарыу йәһәтенән яуаплы кешеләрҙе билдәләргә саҡырҙы.
Һәр халыҡтың үҙ тарихы бар. Уны өйрәнеүҙә "Башархив" (http://basharchive.ru/) сайтының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Кәңәшмә барышында был турала Милли архивтың бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин һөйләне. Архив материалдары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып электрон вариантҡа күсерелгән һәм уларҙы шәжәрәһен, тамырҙарын, тарихын өйрәнергә теләгән һәр кем бушлай ҡуллана ала. Метрик кенәгәләрҙе лә сайтҡа урынлаштырырға планлаштыралар.
Һәр халыҡтың үҙ тарихы бар, ә тарихи мәғлүмәттәр уны төплө белергә ярҙам итә.
Читайте нас: