Ул "Йыл ғаиләһе" тип атала. Башы Әбйәлил районында төшөрөлгән дә инде. Әле Өфөлә эш дауам итә. Йөкмәткеһенә килгәндә, дүрт балалы ғаилә ипотека буйынса бурысҡа бата һәм "Йыл ғаиләһе" конкурсында ҡатнашып, еңеп 5 миллион аҡса алырға теләп, Өфөгә килә. Әйткәндәй, бер малайҙы тәрбиәгә алғандар. Режиссёр әйтеүенсә, фильм - үҙ аллы картина, әммә унда "Өфөнән һөйөү менән" комедияһы геройҙары ла күренеп ҡаласаҡ. Ә ғаилә башлығы ролендә - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Алмас Әмиров.