+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
23 Октябрь 2020, 19:12

Уҡыусы көнө. Шәп булыр ине!

Рәсәй Федерацияһындағы бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Анна Кузнецова йыл һайын Уҡыусы көнө байрамын билдәләргә тәҡдим итә.

Балалар советы был тәҡдимде бер тауыштан хуплай, тип белдерә ул. Ысынлап та, Белем көнө бар, Уҡытыусылар көнө, әммә Уҡыусы көнө юҡ ине. Әйткәндәй, был дата Ульяновск өлкәһендә 8 октябрҙә билдәләнә икән. Балаларға бик оҡшай. Оҫталыҡ дәрестәре, тағы ниндәйҙер саралар үткәреү тураһында балалар советтары менән кәңәшләшергә кәрәк. Иң мөһиме, уҡыусылар үҙҙәре был көндөң булдырылыуына бик шат буласаҡтарын белдерә. Шулй булғас, уларҙың теләгенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Анна Кузнецова нәҡ шундай фекерҙә. Тимәк, тиҙҙән уҡыусыларҙың үҙҙәренең байрамы буласаҡ, Алла бирһә.
Читайте нас: