Аптырамағыҙ, был - "Херенвен" командаһының KiKa балалар онкологияһы менән көрәш фонды һәм MSD фармацевтик компанияһы менән берлектәге акцияһы. Улар бергәләп балалар яман шеше сирҙәренә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү өсөн уйынсыҡ айыуҙарҙы трибунаға урынлаштырған. Пандемия арҡаһында хәйриә фонды акциялар үткәрә алмай, сирле балалар ярҙамһыҙ ҡала. Ә Тедди айыуҙарын KiKa фондының сайты аша фанаттар һатып алған һәм уйынсыҡтар футбол клубы формаларында трибуналарға ҡуйылған. Ә килем, йәғни 224 мең евро, онкологик сирле балаларға ярҙамға тотоноласаҡ.