-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Ноябрь 2020, 16:09

11 йәшлек малай ағыуланған

Йыл башында Башҡортостанда балиғ булмағандарға снюс һатыу ҡанун менән тыйылғайны. Яңыраҡ балаларға снюс һәм кальян һатыу тураһындағы ҡанун Рәсәй кимәлендә ҡабул ителде. Тик ҡайһы берәүҙәр был сәйнәй йә һура торған ҡатнашманың кеше һаулығына ни тиклем зыянлы икәнен, хатта үлемгә тиклем алып килгәнен һаман да аңлап бөтмәй шикелле.

12 ноябрҙә Әлшәй районында Раевка үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегенә ныҡ ағыуланған 11 йәшлек малайҙы килтергәндәр. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған. Хәҙер тәфтишселәр уның йәшәү шарттарын тикшерәсәк, сәйнәй торған ҡатнашманың бала ҡулына нисек килеп эләккәнен асыҡлаясаҡ, шунан хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.
Читайте нас: