Кисә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Борис Беляев ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән ошо турала видеокәңәшмә үткәрҙе. Яңы йыл ҡаласыҡтарын 10 декабргә тиклем эшләп бөтөргә ҡушылды. Быйыл Шыршы байрамдарын бөтә тораҡ пункттарҙа ла асыҡ һауала, битлек кейеп һәм социаль аралыҡты һаҡлап үткәрергә хәл ителде. Яңы йыл ҡаласыҡтарын төрлө урындарҙа күберәк итеп эшләргә кәңәш ителде. Был, әлбиттә, халыҡтың күпләп бер урынға йыйылмауы өсөн күрелгән сара.