-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
2 Декабрь 2020, 17:33

Был онлайн-уйын файҙалы

Балалар ышаныс телефоны хеҙмәте үҙенең 10 йыллығы айҡанлы онлайн-уйын тәҡдим итә. "Башняны эҙләгәндә" ("В поисках башни") тип аталған был уйынды сентябрҙән алып 45 мең кеше уйнаған да инде.

Онлайн-уйынды булдырыусы психологтарҙың төп маҡсаты балаларға ышаныс телефоны тураһында мәғлүмәт биреү булған. Хәҙер, ысынлап та, 8-800-2000-122 Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны тураһында белеүселәр артҡан. Әммә уйындың тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле икәнен дә билдәләмәй булмай. Үҫмерҙәр аҡ башняны эҙләгәндә төрлө ҡатмарлы хәлдәргә тарый һәм күптәренең дөрөҫ, кешелекле юлды һайлауҙары һөйөнөслө. Улар сюжет буйынса донъяны ышанмаусанлыҡ вирусынан ҡотҡарыусы геройҙар булараҡ сығыш яһай. Алдарына ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл иткәндә үҙҙәренең дә көслө һәм көсһөҙ сифаттарын асыҡлайҙар, һайлаған юлдарының эҙемтәһен күрәләр, бүтән кешеләргә ышанырға өйрәнәләр.
"Башняны эҙләгәндә" онлайн-уйыны әле Бөтә Рәсәй ышаныс телефонының сайтына урынлаштырылған: telefon-doveria.ru›…doveriya…v-poiskah-bashni/. Ошо йыл аҙағына тиклем уйнарға мөмкин.
Читайте нас в