+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
2 Декабрь 2020, 16:47

Музыка ҡоралына сит ил паспорты

Белеүегеҙсә, декабрҙә байтаҡ яңы федераль ҡанундар үҙ көсөнә инә. Музыка ҡоралдарына ҡағылышлыһы ла бар.

Уларҙың сит ил паспорты булырға тейеш икән. Бығаса музыка ҡоралдарын таможня аша үткәргәндә йыш ҡына ҡаршылыҡтарға осрағандар, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығынан рөхсәт алырға тура килгән. Хәҙер мәҙәни ҡиммәттәр иҫәбенә ингән музыка ҡоралдарына билдәләр ҡуйыласаҡ, сит илгә сығарыу өсөн 10 йылға паспорттар эшләнәсәк. Шулай уҡ берҙәм мәғлүмәт базаһына индерергә кәрәк була. Былар барыһы ла мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау ниәтенән эшләнә.
Фото: Яндекс
Читайте нас: