+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Декабрь 2020, 01:25

Автомобиль - Ләйсән Шөғәйеповала

Башҡорт ҡыҙҙары араһында "Һылыуҡай" конкурсы быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә үтеүе менән айырылып торҙо. Бер нисә төбәктә һайлап алыу турҙары ойошторолоп, финалға 20 ҡыҙ һайлап алынды.

3 декабрҙә Өфөлә "Һылыуҡай-2020" гүзәллек конкурсы финалы уҙҙы. Пандемия шарттарында унда бик күп тамашасылар бара алманы, әлбиттә, уның ҡарауы, YouTube каналында тура трансляция булды. Башҡортостан ҡыҙҙары ла, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Һамар, Силәбе, Пермь, Һарытау, Ырымбур, Татарстан, Ханты-Манси тарафтарынан килгән рухлы һылыуҡайҙарыбыҙ ҙа лайыҡлы сығыш яһаны.
Баһалама ағзаларына урындар билдәләүе еңелдән булмағандыр. Быйыл бүләктәр ҙә шәп ине. Гран-при яулаусыға - еңел автомобиль! Ул Учалы һылыуҡайы Ләйсән Шөғәйеповаға эләкте. Ә I урынға лайыҡ булған Сибай гүзәле Шәүрә Яхинаға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. II урын Ырымбурҙан Лениза Солтанғужина менән Пермдән Гүзәл Назарғоловаға бирелде. Ә III урында - Бөрйәндән Эльвина Семёнова, Көйөргәҙенән Розалина Ибраһимова һәм Мәләүездән Дилә Вәлиева.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: