Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шылтыратыуҙарҙың 56 проценты балалар һәм үҫмерҙәрҙән икән. Уларҙы күберәк тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәттәр борсой, яңғыҙлыҡ, үҙ-үҙҙәрен таба алмауҙарына ҡағылышлы һорауҙар ҙа бар. Атай-әсәйҙәр мөрәжәғәттәре - 17 процент. Ҡалған 27 процентты олатай-өләсәйҙәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙән килгән шылтыратыуҙар тәшкил итә.
Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны һандарын смартфонығыҙға яҙып ҡуйығыҙ, дуҫтар: 8-800-2000-122. Шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Йәғни кем икәнеңде белмәйәсәктәр, һинең телефон һандары яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, ышаныс телефонында махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар ултыра. Бер кемгә лә һөйләй алмаған, үҙегеҙ генә хәл итә алмаған мәсьәләләр борсой икән, икеләнеп тормағыҙ, шылтыратығыҙ.