Юҡ шул, карта телефоныңа бәйләнгән булһа... Һаҡ булырға кәрәк. Ана, Приморье крайында бер уҡыусы китапханала ултырғанда шылтыратырға тип кенә уҡытыусынан телефонын алып торған да банк ҡушымтаһына инеү көйләүен үҙгәрткән. 20 көнгә яҡын ваҡыт эсендә картаһынан 740 мең һумдан ашыу аҡсаһын тотонған. Әле бур үҫмер тотолған, ул һаҡ аҫтында, тикшереү эше бара, тейешле язаһын алыр.