+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
11 Декабрь 2020, 14:55

Исемдәре мәңгеләштерелә

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында профессорҙар Әхмәт Сөләймәнов һәм Марат Зәйнуллинға арналған мемориал кабинеттар асылған.

Был ваҡиғаның Башҡорт теле йылына тура килеүе лә ҡыуаныслы. Әхмәт Сөләймәнов 2006 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры була. Марат Зәйнуллин был юғары уҡыу йортона 2010 йылда почетлы профессор итеп алына.
Күренекле шәхестәр исемен йөрөткән кабинеттар интерактив техника менән заманса йыһазландырылған. Проекттар яҡлау, төрлө конференциялар үткәреү өсөн шарттар булдырылған. Йәш филологтар ғалимдарҙың ғилми мираҫын төплөрәк өйрәнер, башҡорт телен, әҙәбиәтен, фольклорын да күренекле шәхестәребеҙ кеүек белергә ынтылыр.
Читайте нас: