+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
13 Декабрь 2020, 22:15

Ҡолғоналарға шәп газель биргәндәр

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман"ын уҡынығыҙмы? Ишембай районының Ҡолғона ауылы яҡтары тураһында инде ул.

Ундағы юлдар аша күптәрегеҙҙең үткәне юҡтыр әле. Йыраҡтаныраҡ килгән юлсылар тауҙарҙы менә алмай кире боролоп та киткеләй. Оҙон, текә үрҙәргә күтәрелеүе бигерәк тә ҡышҡы боҙлауыҡ ваҡытында ауыр, был юлдарҙа йыш йөрөгән водителдәр үҙҙәре менән тәгәрмәскә кейҙерә торған сылбыр алып йөрөй. Ысын. Шуға ла Ҡолғона мәктәбенә үҙебеҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға тулы приводлы газель алып биргәне тураһында ишеткәс бик ҡыуандыҡ. Быға тиклем дә мәктәптең ике автобусы булған, әммә яңыһына бер ниндәй текә тау ҙа ҡурҡыныс булмаясаҡ. Хәйерле юл теләйбеҙ!
Фото: Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.
Читайте нас: