+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
17 Декабрь 2020, 18:14

Путин онлайн уҡыу тураһында фекерен белдерҙе

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтте.

Коронавирус пандемияһы арҡаһында студенттар һәм уҡыусылар онлайн белем алыуға күскәйне. Ил етәксеһе был турала ла фекерен әйтеп үтте. Владимир Путин онлайн белем биреүҙең бер ҡасан да уҡыусы, студент менән уҡытыусының күҙгә-күҙ ҡарап аралашыуын алмаштыра алмауын билдәләне. "Шулай ҙа онлайн-система мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында ҡулланыласаҡ, үҫешәсәк. Был кәрәк. Хәҙер тормошобоҙҙоң бер өлөшөн тәшкил итә. Бынан ҡурҡырға ярамай. Әммә мөмкинлектәрен арттырып ебәрергә лә кәрәкмәй."
Онлайн юғары класлы белгестәрҙең лекцияһын тыңлау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, "Сириус" мәғариф үҙәгендә, бүтән урындарҙа ла был практика файҙаланыла. Президент әйтеүенсә, белем биреүҙең ике төрөн аралаштырып ҡулланыу һәйбәтерәк.
Фото: photos.rg.ru
Читайте нас: