+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Декабрь 2020, 14:13

"Теләктәр шыршыһы" акцияһы бара

5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына старт биргәйне. Уның маҡсаты - етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың һәм һаулыҡтары ныҡ насар булған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу.

Беҙҙәге "Теләктәр шыршыһы" "Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан. Теләктәр яҙылған хаттар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителгән. Акцияның сайтына бөтәһе 500 ғариза килгән. Улар шыршыға эленгән шарҙарға урынлаштырылған. Тәүге өс баланың хыялын "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров үтәгән дә инде. Әлшәйҙән 9 йәшлек Урал Сәфәров Ҡыш бабайҙан - самокат, Александр Шеломенцев роликтар һораған булған. Ә Аделина Фәйзуллинаның Элвин Грейҙы күргеһе килә икән. Осрашыу ойоштороласаҡ. Балаларҙың ҡыуанысының сиге юҡ, әлбиттә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров та "Теләктәр шыршы"һынан өс шарҙы алып, хаттарҙы уҡыған. Был хыялдарҙы мотлаҡ тормошҡа ашырасағын белдергән. Уның әйтеүенсә, Республика Хөкүмәте йортонан һәр кем акцияла ҡатнашасаҡ, Яңы йылдан мөғжизә көтөүселәрҙең теләктәрен үтәйәсәктәр. Акция февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте, "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһе.
Читайте нас: