Был- бөтә кешелектең 1 проценты тигән һүҙ. Ҡороғорвирустан үлеүселәр һаны 1,7 миллиондан ашып киткән. Ауырыу йоҡторған кешеләр һанының 2,2 проценты был.
Әйткәндәй, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Дөрөҫөн әйткәндә" тапшырыуында пандемияның ҡасан бөтөүе тураһында һорауға яуап биргән.
"Беҙҙең фараздар буйынса, алдағы йылдың икенсе яртыһынан,йәғни ярты йылдан, тормош ҡәҙимге хәленә ҡайтыр,"- тигән ул.
Әлеге ваҡытта көн һайын ауырыу йоҡтороусылар һаны арта. Республикаға күпләп вакцина килтерелә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тағы бер госпиталь төҙөлөп бөтөп, эшләй ҙә башланы.